Башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында башҡорт теле аҙналығы

Башҡорт теле аҙналығы 12-17 декабрҙә башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында уҙғарылды. Был аҙнаны билдәле башҡорт ғалимы, фольклорист, сәсәниә Розалия Солтангәрәева башлап ебәрҙе. Бөтмәҫ рух, боронғо һәм хәҙерге йәшөйеш ҡанундары тураһында булды Урал батыр һабаҡтары. Артабан аҙналыҡтың һәр көнөндә башҡорт телен өйрәнеүгә, һаҡлауға, популярлаштырыуға арналған саралар уҙғарылды. 16 декабрь башҡорт теле аҙналығын ябыу тантанаһында "Йәш журналист" һәм "Ғилем" республика конкурстарында еңеүселәрҙе тәбрикләү булды. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән уҡыусыларҙы һәм уларҙың етәкселәрен башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире Зөһрә Сәләхова, "Ашҡаҙар" гәзите редакторы Рәмил Мансуров, "Юшатыр" гәзите редакторы Малик Ильясов, "Шоңҡар" журналынан Рәзинә Зәйнетдинова, журналист Аҡйондоҙ Ҡаранаева,  Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәғариф бүлеге методисы Зөбәржәт Хафизова ҡотланылар. Конкурстарҙа ҡатнашыусыларға, уларҙың эштәрен баһаларға ярҙам итеүсе жюри ағзаларына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! 

Новости факультета башкирской и тюркской филологии Новости кафедры башкирской филологии



Наверх

Стерлитамакский филиал УУНиТ